«Һырғалаҡ-2022» тип аталған күләмле сарала сәләмәт тормош яҡлылар спорт һәм «Батыр фест» милли бәйгеләрендә көс һынашты. Киров районының төрлө мәктәп вәкилдәре «Зарница» хәрби-спорт уйынында ҡатнашты.
Ҡышҡы фестиваль Рәсәй халыҡтары йылына бағышланған. Ҡышҡы бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар иғтибарына концерт программаһы ла әҙерләнгәйне. Сара сиктәрендә илдә 40-сы тапҡыр ойошторолған «Рәсәйҙең саңғы юлы» бәйгеһендә төрлө йәш вәкилдәре саңғы юлына сыҡты.
Рәзилә Ғиниәтуллина




