Радий Хәбиров республика исеменән Рәсәй Президентына теләктәшлек белдерҙе

Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шул турала әйтте. “Рәсәй Ҡораллы көстәре Украинала махсус хәрби операцияла үҙ бурыстарын үтәй, республика етәкселегенә иһә халыҡ именлеген ҡайғыртырға кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров республика исеменән Рәсәй Президентына теләктәшлек белдерҙе

Башҡортостан журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков Башҡортостан башлығы әйткәндәрҙе тулыһынса хуплауы тураһында белдерҙе.

Радий Хәбиров республика исеменән Рәсәй Президентына теләктәшлек белдерҙе

Республика Хөкүмәте ҡарамағында Көрсөккә ҡаршы штаб ойошторола. Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, халыҡ алдында бөтә социаль бурыстар үтәлә, программалар тормошҡа ашырыла, ойошмалар һәм бизнесҡа ярҙам итеү өсөн саралар күреләсәк.

Радий Хәбиров республика исеменән Рәсәй Президентына теләктәшлек белдерҙе

Радий Хәбиров Башҡортостанда Донбастан эвакуацияланған халыҡты ҡабул итеү өсөн пункттарҙы әҙер тоторға ҡушты. Гуманитар ярҙам йыйыу ҙа дауам итә.

Фото №1 - Радий Хәбиров республика исеменән Рәсәй Президентына теләктәшлек белдерҙе
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ