Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республикала 3 мең 442 кешелә “ковид” раҫланған, 19 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле стационарҙа 326 пациент ята. 38 пациент ауыр хәлдә. Үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған сирлеләр юҡ. Өй шарттарында 43 меңгә яҡын кеше дауалана.Табиптар әйтеүенсә, вирус йоҡтороу хәүефе һаҡлана. Йәмәғәт урындарында, пассажир транспортында һәм таксиҙа битлек кейергә кәңәш ителә.




