Башҡортостанда сәнәғәт кластерҙары һәм технопарктар ассоциацияһы булдырыла

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы етәксеһе Андрей Шпиленко сығыш яһаны. Хәҙерге санкциялар заманында импортҡа алмаш мәсьәләһе бик мөһим. Иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла берләшеп етештереүҙе яйға һалырға кәрәк. Андрей Шпиленко әйтеүенсә, Башҡортостанда был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.

Башҡортостанда сәнәғәт кластерҙары һәм технопарктар ассоциацияһы булдырыла

        Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең республика импортҡа алмаш өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашырға әҙер. Башҡортостан Башлығы Туймазылағы мебель кластерын өлгө булараҡ килтерҙе.

Башҡортостанда сәнәғәт кластерҙары һәм технопарктар ассоциацияһы булдырыла

Радий Хәбиров оператив кәңәшмә ваҡытында Андрей Шпиленконы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Фото №1 - Башҡортостанда сәнәғәт кластерҙары һәм технопарктар ассоциацияһы булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ