Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы көрәшкән студенттарға рәхмәт белдерҙе

Йыл башынан 2400 студент медицина учреждениеларына йәлеп ителгән. Ике йыл эсендә бөтәһе 4 меңгә яҡын студент һәм ординатор республикала табиптар менән бер рәттән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән. Төбәк етәксеһе клиниканың онкология институтындағы реконструкцияны ҡараны һәм яңы «Да Винчи» робот системаһын һынаны. БЮТ каналы хәбәрсеһеРәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Парта артынан шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа. Теориянан практиканың иң көсөргәнешлеһенә. Пандемия ваҡытында Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары һәм ординаторҙарына коронавирус менән көрәштә ҡатнашырға тура килде.

Республика медицина учреждениеларында улар пациенттарҙы ҡабул итеү, документтар тултырыу, дарыуҙар биреү, ПЦР- анализ алыу, поликлиникала һәм сирлеләр йәшәгән адрестар буйынса йөрөп ярҙам күрһәтеү кеүек эштәр башҡарған, шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы бригадаһынада йөрөгән, кол үҙәктәрҙә дежур иткән.

Еңел булмаған шарттарҙа практиканы 4 меңгә яҡын студент үткән. Уларҙың күбеһе әле лә урта һәм кесе медицина персоналы вазифаһын башҡарыуын дауам итә. Стационарҙарға, ковид-госпиталдәргә медицина колледжы студенттары ла йәлеп ителгән.

Ә бөгөн иһә рәхмәтте уларға Башҡортостан башлығы еткерҙе. Еңел булмаған осорҙа тәжрибәле табиптар сафында хеҙмәт иткән йәштәргә Радий Хәбиров Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһындағы онкология институты корпусындағы реконструкция эше менән танышты. Бинала дауалау һәм реанимация бүлеге, фәнни лаборатория урынлашасаҡ.

Республика башлығы Да Винчи робот системаһында эшләп ҡараны. Клиникала быға тиклем дә робот менән операциялар үткәрелә килде. Яңыһы - медицинала иң юғары технология менән әмәлиәттәр яһарға мөмкинлек бирә. Ул Волга буйы федераль округында Башҡортостанда ғына.

Онкология өлкәһендә гибридлы – асыҡ һәм лапроскопия ысулын ҡулланып операциялар эшләй торған ангиографты ҡуллана башлайбыҙ. Рентген менән унда ҡан тамырҙарын тикшереп, уларға операция яһап була. Клиника донъяуи кимәлдәге медицина техникаһы менән эшләй. Шулай уҡ тағы ла бер яңы «Да Винчи» роботы менән операциялар үткәрә башланыҡ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Тиҙҙән коронавирус таралыуы хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы индерелеүгә ике йыл тула. Был ваҡыт эсендә күҙгә күренмәгән дошман менән көрәштә берҙәмлек һәм фиҙаҡәрлек еңә килде, тип билдәләнде клиникала үткән ғилми-ғәмәли кәңәшмәлә. Сирҙән һауығыусыларҙа уның эҙемтәләре төрлө. Алдынғы технологиялар иһә уны ваҡытында асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә.

Фото №1 - Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы көрәшкән студенттарға рәхмәт белдерҙе

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ