Оператив кәңәшмәлә кластер асҡан мөмкинлектәр хаҡында ла һүҙ барҙы.
Импортты алмаштырыу шарттарында төрлө тармаҡтарҙа кластерҙар булдырыла, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерелә. Әле Туймазы ҡалаһында илдәге иң ҙур мебель кластеры ойошторола. Үткән йылдың аҙағында Башҡортостан яңы ойошманы илдең сәнәғәт кластерына индереү буйынса ғариза биргән. Был федераль ҡаҙнанан субсидия алыуға булышлыҡ итә.
Туймазыла ойошторолған мебель кластеры ошо зоналағы иң билдәле мебель етештереүселәрҙе берләштерә. Улар йорт йыһаздары эшләүҙең төрлө йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Киләсәктә кластерға Башҡортостандың башҡа ҡала-райондары эшҡыуарҙарын да йәлеп итеү ниәте бар. Мебель кластерын ойоштороуҙың башланғысында «Корона» йәмғиәте тора.
Уның директоры Рәмил Мәмлиев әйтеүенсә, мебель кластеры төҙөү көстәрҙе берләштереү мөмкинлеген аса. «Корона» предприятиеһы үҙе лә әле үҫеш осоро кисерә. Республика етәкселегенең ярҙамы менән предприятиеға яңы ер участкалары бүленгән. Ошо майҙанда яңы заманса цех төҙөлгән, был етештереү ҡеүәттәрен тағы ла арттырыуға булышлыҡ итер тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова




