Башҡортостанда коррекция мәктәптәренең эшмәкәрлеген камиллаштырыу проекты ғәмәлгә ашырыла

Бер аҙна дауам иткән сарала Мәскәү белгестәре республика коррекция мәктәбе педагогтары менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Рәсәй мәғариф академияһы тарафынан уҙғарылған программа республикала беренсе тапҡыр ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Уйын формаһы аша ойошторолған дәрестә сағыу образдар һәм тәьҫораттар аша уҡыу программаһы аңлатыла. Өфөнөң 13 коррекция мәктәбендә педагогтар һәр бала менән шәхсән эш алып бара. Мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар менән эшләүсе белгестәр уҡыусыларҙың белем кимәлен, сәләмәтлеген иҫәпкә алып аралаша.

Коррекция мәктәбендә тәрбиәләнгән 187 баланың хәрәкәт итеү аппаратында етешһеҙлектәре бар. Уларҙыү 60-ҡа яҡыны йорт шарттарында уҡый, сөнки ауыр хәлдәге балалар өсөн өйҙә белем алыу программаһы ҡаралған.

«Бала саҡтың тигеҙ мөмкинлектәре» проекты Рәсәй мәғариф академияһы тарафынан ойошторолған һәм уны илдә беренсе тапҡыр уҙғарыу өсөн төп майҙан булараҡ Башҡортостан һайланған. Осрашыуҙа коррекция мәктәптәре эшмәкәрлеген камиллаштырыу, ата-әсәләр менән аралашыу, уҡыу программаһына яңы алымдар индереү кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уҡыу программаһын даими яңыртыу һәм тулыландырыу – заман талабы. Коррекция мәктәптәрен тамамлаусы уҡыусылар колледждарҙа һәм вуздарҙа уҡыуын дауам итә. Уларҙы ҙур тормошҡа әҙерләү тап мәктәп программаһынан һәм тәжрибәле уҡытыусыларҙан башлана.

Фото №1 - Башҡортостанда коррекция мәктәптәренең эшмәкәрлеген камиллаштырыу проекты ғәмәлгә ашырыла

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ