Ял көндәрендә Өфөлә олимпия вояжы ойошторолдо

Пекинда үткән Олимпия уйындарында ил командаһы составында сығыш яһаған Башҡортостан спортсыларын сәләмләнеләр. Күләмле сарала көйәрмәндәр халыҡ-ара бәйге геройҙары менән яҡындан таныша алды. “Өфө-Арена” боҙ һарайы майҙанында балалар һәм өлкәндәр ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашып, күңел асты. Ә Олимпиада уйындарында ҡатнашыусылар Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үтте.

Ниһайәт, көйәрмәндәр спортсыларҙы зәңгәр экрандар аша түгел, ғәмәлдә күрә. Пекин уйындарында бронза яулаусы шорт-трексы Семен Елистратов өсөн был дүртенсе Олимпиада. Өс тапҡыр бронза призеры Эдуард Латипов та - иғтибар үҙәгендә.

Күрәһең, осрашыу олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн дә кәрәк булған. Пекин уйындарында Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаған скелетонсы Александр Третьяков Семен Елистратов менән иҫтәлеккә автографтар менән алмаша.

Өфө урамдарында спортсыларҙы көйәрмәндәр сәләмләй. Ҡала халҡы Ҡытайҙа ил һәм республика данын яҡлаусы спортсыларға дәртләндереү һүҙҙәрен еткерҙе.

Олимпиада уйындарында дан яулаусылар автобуста сәйәхәт иткәнсе, республиканың төп боҙ аренаһы майҙанында көйәрмәндәр йыйылды. Бында теләгән һәр кем гигант йәки туп менән хоккейҙа көс һынаша алды.

Рекордтарҙы көйәрмәндәр ҙә күрһәтте. Ғәҙәти булмаған көс эйәһе Эльбрус Ниғмәтуллин спортсылар ултырған 20 тонналыҡ автобусты 20 метрға күсерә алды.

Артабан олимпиада геройҙары Республика менән идара итеү үҙәгенә юл тотто. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу барышында Пекиндағы уйындар һөҙөмтәләре барланды.

Тантаналы сарала Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар һәм уларҙың тренерҙарына республика етәксеһе тарафынан дәүләт наградалары һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Пекин менән бәйле саралар бының менән генә тамамланмай. 4 мартта паралимпия уйындары старт аласаҡ.

Фото №1 - Ял көндәрендә Өфөлә олимпия вояжы ойошторолдо

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ