Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбенә төҙөкләндереү талап ителә

Быйыл улар урта белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға инеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Белем усағы 1973 йылда сафҡа ингән. Бер йылдан һуң төп корпусы ла ҡулланыуға тапшырыла. Шул ваҡыттан алып бинала тулыһынса капиталь ремонт башҡарылмай. Бары тик электр линиялары, ҡыйыҡтың бер өлөшө һәм 130 тәҙрә яңыртыла.

Тағы 70 тәҙрә, йылытыу системаһы, канализация авария хәлендә. Былтыр мәктәп майҙаны тағы ла ҙурая, 8-11 синыф уҡыусылары өсөн элекке 40-сы лицей бинаһы бүленә. Әле 15-се мәктәптә бер мең 200 бала белем ала.

Шулай уҡ уҡыу кластарында ла ремонт эшләргә кәрәк. Стеналарҙы буярға, иҙән түшәмдәрен яңыртыу талап ителә. Ашхана ла ҙур төҙөкләндереү көтә. Сөнки ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы санитар талаптарға яуап бирмәй.

Ольга Евдокимова, Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбе директоры
Фото №1 - Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбенә төҙөкләндереү талап ителә

ӘЛфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ