Үткән аҙнала Республика менән идара итеү үҙәге теркәгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ошоға ҡағылышлы. Шулай уҡ халыҡ дауаланыу, табипты өйгә саҡыртыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемаһы тураһында яҙған. Мөрәжәғәттәргә иң күп яуап биреүселәр тип Һаулыҡ һаҡлау, Транспорт һәм юл хужалығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары аталған.







