Асҡын районында үҙенсәлекле концерттар ойошторола

Саф һауала тамаша. Асҡын районында күсмә мәҙәни автоклуб үҙәге концерттар ойоштора. “Бер нисә ауылда программа менән сығыш яһаныҡ”, - ти “Аҡ ҡалпаҡ” йыр ансамбле ағзаһы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мәмдүнә Зарипова.

Асҡын районында үҙенсәлекле концерттар ойошторола

Автоклуб заманса аппаратура менән йыһазландырылған. Асҡын районында 74 ауыл иҫәпләнә. Уларҙың 40-ҡа яҡынында ғына мәҙәниәт усағы бар. Автоклуб иһә бындай учреждениелар булмаған урындарҙа тамаша һәм фильмдар күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Күсмә үҙәк “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алынған.

Фото №1 - Асҡын районында  үҙенсәлекле концерттар ойошторола
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ