Бөгөн Башҡортостанда Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Өфөлә республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Күгәрсен районынан Гөлгөнә һәм Урал Хөснуллиндар ярыштың төп бүләге – Гран-При менән бүләкләнде. Ғаилә башлығы атаһының кәсебен дауам итә, башҡорт милли уйын ҡоралдарын етештерә. “Ғаилә – бәләкәй дәүләт. Беҙ бөтә эштәрҙе лә берҙәм башҡарабыҙ”, ти Хөснуллиндар.
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" ярышы быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде. Унда республикала һәм илдең бүтән төбәктәрендә йәшәгән, башҡортса һөйләшкән, никахта торған һәм кәмендә бер бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйгенең даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара. “Быйыл Һамар, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайынан ғариза тапшырыусылар булды”, - ти конкурстың баһалама комиссияһы рәйесе Сәлиә Мырҙабаева һәм Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсынан тулы яҙма әҙерләне. Сығарылышты бөгөн 20 сәғәт 15 минутта ҡарарға була.







