“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”. Өфөлә республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, ярыш даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара, Рәсәй төбәктәренән дә ҡатнашыусылар бар.
Конкурс еңеүселәре ун номинация буйынса билдәләнә. Әүҙем ҡатындарға миҙал тапшырыла. Гөлнур Ҡолһарина дауам итә.
Конкурс финалы иртәгә Өфөлә “Торатау” конгресс холында үтә.







