Тығындар кәмейәсәк. Өфөнөң «Көньяҡ ҡапҡаһы» проекты баш ҡаланың яңы биҫтәләренә траспорт ағымын көйләр тип күҙаллана. Был турала Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә фекер алышынды. Уның барышында шулай уҡ Өфөләге күләмле инфраструктура һәм төҙөлөш проекттарын ғәмәлгә ашырыу юлдары ҡаралды.
«Көньяҡ ҡапҡа» проекты бер нисә өлөштән тора. Ул инфраструктура кредиты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Тәүге сиратта Пугачев урамын төҙөкләндереү, Рыленко урамын транспорт үткәүеле аша Пугачев урамы менән тоташтырыу.
Икенсе сиратта Кузнецов Затонының көньяғынан урау юл һалып, шулай уҡ Пугачев урамына сығыу һәм Өфө-Аэропорт юлына тоташтырыу маҡсатында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү ҡаралған. Ҡоролмаларҙы проектлау быйыл башлана, төҙөлөш 2024 йылға тәғәйенләнгән.
Рафиҡ Әхмәтшин







