Норматив буйынса ул 42 ай эсендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған. Әммә төҙөүселәр алдында эш барышын оптимәлләштереү бурысы ҡуйылды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыртылған күпер хәҙер бер йылға иртәрәк, йәғни баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына сафҡа инер тип көтөлә. Төҙөлөштәге тәүге эш көнө һәм күперҙең ябылыуы пик сәғәтендә автомобилдәр хәрәкәтенә нисек йоғонто яһауы БЮТ канлының киләһе репортажында.
Иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡалаға ингән урында эш көндәренә хас ғәҙәти хәл күҙәтелә. Автомобилдәр тығыны ҙур түгел, талғын ғына тиҙлек менән һәр кем барыр ерҙәренә ашыға. Водителдәр әйтеүенсә, иҫке күперҙең ябылыуы транспорт хәрәкәтенә әллә ни ҡатмарлыҡ тыуҙырмаған. Әммә айырым участкаларҙа бер аҙ көсөргәнешлек һиҙелә.
Шулай ҙа Дим биҫтәһендә йәшәүселәр тығындарҙа ултырыуға зарланды. Әммә ул күпер ябылыуҙан түгел, ә «Мәктәп» туҡталышы менән бәйле булыуы ихтимал. Сөнки ҡайһы бер водителдәр пассажирҙарын Өфөгә ингән урында ҡалдырырға күнеккән. Был үҙ сиратында автомобилдәрҙең хәрәкәтен тотҡарлай.
Иҫке күперҙең ябылыуы халыҡ өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булманы. Сөнки республика башлығы ҡушыуы буйынса, кешеләргә алдан уҡ мәғлүмәт еткерелде. Өҫтәүенә, водителдәр яңы юл схемаһына өйрәнә башлаһын өсөн бер нисә көн элек тейешле саралар күрелде.
Тәүге көндә үк объекты төҙөкләндереү буйынса етди эштәр башланды. Беренсе этапта биләмәне кәртәләү, артабан яндауҙарҙы һүтеү һәм ваҡытлыса терәүҙәр ҡуйыу ҡаралған. Төҙөүселәр яҙғы ташҡын осоронда ла, һыу суднолары йөрөгәндә лә эште туҡтатмаҫҡа ниәтләй.
Объектты төҙөкләндереү республика һәм ҡала бюджетына 4 миллиард һумға төшәсәк. Ҡаҙнаға булған йөкләмәне кәметеү маҡсатында федераль сығымдар ҙа йәлеп итеү ҡарала. Әле «Росавтодор» агентлығына тейешле документтар ебәрелгән.
Илдар Байбулатов




