Улар ярты быуат самаһы элек төҙөлгән һәм әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырырға теләй. Проект ауылдаштарҙың дөйөм ултырышында хупланған. Яуаплы кешеләр билдәләнгән. Программа буйынса ауыл халҡы өлөшөнә төшкән финанс йөкләмәләрҙе лә улар үтәргә әҙер.
Ҡыңғыр Мәнәүез ауылы мәктәбендә пандемия осоронда ла синыфтарҙы елләтеү мөмкинлеге юҡ. Серегән тәҙрә рамдары бөтөнләй ҡойолоп төшмәһен өсөн уҡытыусылар уларҙы бөтөнләй асмауҙы хуп күрә. Шулай ҙа ҡайһы бер бүлмәләрҙә һауа алмашына. Тәҙрә яҡтарындағы ярыҡтарҙан даими ел өрөп тора.
Мәктәп мәсьәләһе ауылдаштарҙың иғтибар үҙәгендә. Тәҙрәләрҙе яңыртыу тәҡдиме менән халыҡ урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға булған. Йыйылышта проект бер тауыштан хупланды.Бағыусылар ҙа дәррәү ярҙам итергә әҙер. Быйыл Ҡыңғыр-Мәнәүездәрҙең конкурста еңеп сығыуға ныҡлы өмөтө бар.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса беренсе сиратта мәктәп синыфтарындағы 48 тәҙрәне алмаштырыу планы бар. Ҡыңғыр-Мәнәүез халҡы фекеренсә, ауыл ерендә йылдан-йыл төрлө мәсьәләр сығып тора, уларҙы хәл итеү өсөн программа үтә лә уңайлы.
Ысылап та, пландар күп. Мәктәп тәҙрәләрен яңыртыуҙың икенсе сиратына ла проект эшләнгән. Уны тулы кимәлдә бойомға ашырыу өсөн Ҡыңғыр-Мәнәүездәр киләһе йылдарҙа ла урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға иҫәп тота.
Рафиҡ Әхмәтшин







