Уның сиктәрендә Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған ижади бәйге өс этапта барҙы. Финалға сыҡҡан эшһөйәр, тырыш, сәнғәткә ғашиҡ ғаиләләр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ун ике йыл мөхәббәт утында янған бәхетле пар сәнғәттән дә айырылғыһыҙ. Сәлимә менән Салауат Юлдашбаевтар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсында ҡатнашып, «Заманса ғаилә» номинацияһында еңеү яуланы. Тормоштағы иң ҙур ҡаҙаныштары тип улар балаларын билдәләй
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» бәйгеһе «Етегән» Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы сиктәрендә икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Былтыр ул Стәрлетамаҡта ойошторолһа, быйыл Өфөгә күсте. Баш ҡаланың иң ҙур концерт залдарының береһендә һәр ғаилә тураһында ҡыҫҡа видеояҙмалар күрһәтелде. Йыр-моңға маһир, сәнғәткә ғашиҡ парҙар оло сәхнәгә сығып, һәләттәрен дә күрһәтте. Конкурста республикала һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән, саф башҡортса һөйләшкән, никахта торған һәм кәмендә бер бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнашты.
Ойоштороусылар конкурс географияһы киңәйеүен билдәләй. Быйыл Һамар, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайынан заявкалар килгән. Финалға сығыусылар араһында сәхнә оҫталары Роза менән Нәркис Ғәлиевтар ҙа бар. Сафакүл районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ саф башҡорт телендә сығыш яһап, йолаларға, тарихҡа тоғролоғон белдерҙе.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Ғаилә ижады» номинацияһында 1 урынды Ишембайҙан Лилиә менән Фәнзил Әҙелбаевтар яулаһа,
«Ғаилә ҡиммәттәре»н һаҡлауҙа Нефтекаманан Элиза менән Дим Шәрәфетдиновтар, «Ғаилә кәсебе»н үҫтереүҙә Стәрлетамаҡтан Гүзәл менән Руслан Сөләймәновтар еңеүсе тип табылды. Уларға 75-әр мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Гран-приға Күгәрсен районынан Гөлгөнә менән Урал Хөснуллиндар лайыҡ булды. Ғаилә башлығы атаһының эшен дауам итеп, башҡорт милли музыка ҡоралдарын етештерә.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы тәүге тапҡыр телевизион форматта күрһәтелә. Бөгөн киске сәғәт туғыҙынсы ун биш минутта БСТ каналында Гала-концертты ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ 5 марттан 8 мартҡа тиклем еңеүсе ғаиләләр тураһында ун өсәр минутлыҡ махсус репортаждар эфирға сыға.
Гөлназ Хәйбуллина







