Салауат Юлаев майҙанына йыйылған тиҫтәләп кеше үҙенсәлекле ысул менән яҙҙы ҡаршыланы. Ҡойоноусылар һүҙҙәренсә, һыу иммунитетты күтәрә, ҡан әйләнешен яҡшырта.
Әйткәндәй, бындай флешмоб Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла үтә. Өфөләр сараға бишенсе йыл рәттән ҡушыла, уларҙы һауа торошоноң һалҡын булыуы ла, томан да ҡурҡытманы.
Әлфинә Килдейәрова







