Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, улар инвесторҙарға тәҡдим ителде. Тәүге проектҡа ярашлы, Ейәнсура районында Ямашлы һыуһаҡлағысы янында глэмпинг булдырыла. Тағы ла береһе буйынса, Баҡалы районында тирмә рәүешендә 12 ҡоролма төҙөлә. Өсөнсө инвестиция майҙансығы Күгәрсен районында була. Мораҙым тарлауығы янында йәйәүле һәм һыу экскурсиялары ойоштороу тәҡдим ителә. Бында йыл әйләнәһе туристар киләсәк.








