Юлда - йәйәүле! Өфө юл полицияһы махсус операция башланы. Уның барышында төп иғтибар йәйәүлеләргә була. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Линар Зиннуров белдереүенсә, аварияларҙың күбеһе ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү арҡаһында килеп сыға.
Автоинспекциянан белдереүҙәренсә, операция аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Быйыл Өфөлә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 70-кә яҡын юл ваҡиғаһы теркәлгән. Ике кеше һәләк булған.







