Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте

Республика һәм ил төбәктәренән 150 гүзәл зат вәкиле төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Шулай уҡ Башҡорт ҡатын-ҡыҙар йәмғиәтенең юғары наградаһы тапшырылды. Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ булыусыларҙың береһе Бөрйән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова.  Ул оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән, бөгөн дә алғы сафта. “Гүзәл зат -  ғаилә һәм ил тотҡаһы. Ул ниндәй генә вазифа биләһә лә, эшен намыҫ менән атҡара”, - ти Рәмилә Салауатова.

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте

Сығышы менән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан булған, әлеге мәлдә Сочи ҡалаһында йәшәүсе  Фәниә Әхмәтова ла Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ булыусыларҙың береһе. Ул Сочиҙа “Аманат” ойошмаһында хәйриә өлкәһен башлап ебәреүсе.

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте
Фото №1 - Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ