“Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Наилә Имаева Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә эшләй, “Йәнтөйәк” төбәк газетаһын етәкләй. “Конкурс матур эштәребеҙҙе бөтә республикаға танытыу мөмкинлеге бирә”, - ти ул.
Быйыл ярышҡа ил төбәктәре лә ҡушылды. Конкурс еңеүселәре ун номинация буйынса билдәләнде. Әүҙем ҡатындарға Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырылды.







