Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә 39 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә проекттар 43 миллиард һумға баһалана. Шәхси инвесторҙар 17 миллиард һум йәлеп иткән. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә Өфөлә Затон биҫтәһендә 1 мең 2025 урынлыҡ мәктәп, Ғафури, Кушнаренко, Мишкә һәм Иглин райондарында ҡарттар һәм инвалидтар йорттары төҙөлә, троллейбустар етештереү ҡарала.







