Был минуттарҙа “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы башланып тора. Наилә Имаева Асҡын районынан, “Йәнтөйәк” төбәк газетаһы баш мөхәррире. “Конкурс матур эштәребеҙҙе бөтә республикаға танытыу мөмкинлеген бирә”, - ти ул.
Быйыл ярышҡа ил төбәктәре лә ҡушылды. Конкурс еңеүселәре ун номинация буйынса билдәләнә. Әүҙем ҡатындарға Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырыла.




