Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, аграр тармаҡта импортҡа алмаш мәсьәләһе өйрәнелә. Техника, запас частар һәм башҡа әйберҙәр һатып алыу, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү әллә ни ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Бының өсөн кадрҙар һәм тейешле инфраструктура бар. Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу ҙа дауам итә. Хужалыҡтарға финанс ярҙам күрһәтелә. “Ауыл хужалығы теүәл, аҡыллы һәм алдынғы булырға тейеш. Шуға заманса алымдарҙы ҡулланыу шарт. Ауыл хужалығы торошона республика һәм тотош илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге бәйле”, - тип яҙа Радий Хәбиров.







