Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Алтынсы тапҡыр ойошторолған бәйгелә ҡатнашыуға ярты меңдән ашыу заявка ҡабул ителгәйне, уларҙың 150-һе финалға уҙҙы. Төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныштары булған, йәмәғәт эшенән айырылғыһыҙ гүзәл заттар айырым номинацияларҙа билдәләнде, шулай уҡ «милләт әсәһе» исемен алыусыларға Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡурай моңдары, саф башҡорт телендә яңғыраған йырҙар, бейеү коллективтарының сағыу сығыштары. «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы еңеүселәре өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы төҙөлә. Бүләкләү тантанаһына килгәндә, тәү сиратта, күп бала тәрбиәләгән гүзәл заттарға иғтибар йүнәлтелде. Шаран районынан Лүзиә Әхмәтвәлиева тормош иптәше менән ун алты бала үҫтерә, уларҙың ун өсө балалар йортонан ҡарауға алынған.

«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсының абруйы йылдан-йыл арта, Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола башлауы быға асыҡ дәлил. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, быйыл бәйгелә ҡатнашыуға биш йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Һайлап алыу этаптары онлайн-форматта үткән. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 150 гүзәл зат Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан уҙғарылған тантаналы сараға саҡырыу алған.

Бүләкләү тантанаһында ун номинация буйынса еңеүселәр тәбрикләнде. Мәҙәниәт, мәғариф, фән, бизнес өлкәләрендә уңыш ҡаҙанған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән үҫеп килгән быуыға өлгө булған гүзәл заттарға рәхмәт хаттары, кубок, бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды. Төп награда – «Милләт әсәһе» исемен алыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенең танылған эшмәкәре Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ булды.

Конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә. Быйыл Мәскәү, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстандан һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡатнашырға теләк белдергән.

Конкурстың тәүмаҡсаты ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреп, йәмәғәт эшен әүҙемләштереү, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе күтәреү. Бүләкләү тантанаһы сиктәрендә «Торатау» конгресс-холлында ҡул эштәре, милли кейем, биҙәүестәр күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Фото №1 - Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ