Был турала бөгөн «Ауыл сәғәте» форматында үткән кәңшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Коллектив көнбайыштың Рәсәйгә иғлан иткән санкциялары ауыл хужалығы предприятиеларын яңы техника һәм алмаш өлөштәр менән тәьмин итеүҙә хәүеф тыуҙыра.
Бындай шарттарҙа ғәҙәти булмаған эш алымдарын ҡулланыу мөһим тигән ҡараш белдерҙе Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Башҡортостан ауыл эшсәндәренә ярҙам күрһәтеүҙән туҡтаясағын да белдерҙе. Техника паркын яңыртыу, бюджет субсидияларын бүлеү был ярҙамдың бер өлөшө генә. Санкциялар Башҡортостанда ауыл хужалығы үҫешен тотҡарларға тейеш түгел.




