Башҡортостанда ҙур һыу осорона әҙерлек башланды

Өфөлә ташҡынға ҡаршы штабтар һәм ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторола. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалала ҙур һыу осоро сағыштырмаса тыныс үтә. Ағиҙел һәм Өфө йылғалары кимәлен һыуһаҡлағыстар көйләй.

Инйәрҙең үрге ағымында боҙ тығындарын иҫкәртеү сараларын күргәндә, тау йылғалары хәүеф тыуҙырмай. Көндәрҙең ҡапыл йылытып, ҡар кинәт ирегәндә, гөрләүектәр Өфө эргәһендәге ауылдарҙағы айырым йорттарҙы баҫыуы, юлдарҙы йыуыуы ихтимал.

Шуға ла оператив хеҙмәттәр әле үк әҙерлек һыҙығында, көсәйтелгән эш тәртибенә күсерелгән. Улар ташҡын осоронда халыҡҡа аңлатыу эше лә алып бара.

Фото №1 - Башҡортостанда ҙур һыу  осорона әҙерлек башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ