Йылайыр районы Һабыр ауылы биләмәһендә урынлашҡан Ашҡаҙар халҡы мәҙәниәт йортон яңыртырға иҫәп тота. Йән иҫәбенең түбән булыуына ҡарамаҫтан, урындағыларҙың дәрте, теләге ташып тора. Быға тиклем “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында улар трактор алыуға, һыу торбаларын алмаштырыуға, яҡтылыҡ мәсьәләһен хәл итергә өлгәшә. Һабыр ауыл биләмәһе башлығы Илшат Солтанов һөйләй.







