Йылдар дауамында борсоған мәсьәләләрҙе сисеү юлдарының береһе – ул “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы. Йылайыр ауылы биш йыл рәттән был проектта еңеп сыға. Балалар майҙансығы ҡалҡып сыға, һыу торбалары яңыра, хоккей майҙансығы төҙөлә. Уҙған йыл спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн сисенеп-кейенеү урыны булдырыла. Быйыл иһә Йылайыр ауылы зыяраты биләмәһен төҙөкләндерергә ниәтләй. Был хаҡта ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко.







