Социаль селтәрҙә ошондай мөрәжәғәттәр булған. Андрей Назаров яҙыуынса, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан тейешле күрһәтмә бирелгән, бөгөндән башлап хәбәрҙәр күҙәтеүгә алына, һәр береһе тикшереү үткәс ҡарар ҡабул ителәсәк.Башҡортостанда хаҡтар артыуы буйынса шулай уҡ ҡыҙыу элемтәгә шылтыратырға мөмкин. Уны Монополияға ҡаршы хеҙмәт булдырҙы. 246-21-53 һандарын йыйып хәбәр итергә була.







