Республика Башлығы Радий Хәбировтың Ginza Project холдингы етәкселеге менән осрашыуында шул турала килешелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика халҡы сифатлы хеҙмәтләндереү һәм уңайлы аҙыҡ-түлек баҙарына ҡыҙыҡһыныу белдерә. Шуға был өлкәлә юғары талаптар ҡуйыла.
Ginza Project холдингы етәксеһе Дмитрий Сергеев әйтеүенсә, Башҡортостанда заманса сауҙа майҙансыҡтары, яңы туҡланыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү объекттарын булдырыу өсөн мөмкинлектәр яҡшы. Осрашыуҙа Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән бергә уртаҡ проекттар әҙерләү килешелде.







