Тимер юл үткәүеле – юлдың иң ҡатмарлы һәм хәүефле урындарының береһе

Унда айырыуса иғтибарлы булыу һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Сафронов үткәүелендә Өфө юл дистанцияһы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың төбәк йәштәр советы ағзалары ҡатнашлығында рейд үтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Сафронов тимер юлы үткәүеле аша транспорт ағымы ҙур. Ағиҙел яры зонаһында урынлашҡан предприятиеға ауыр йөк машиналары, еңел автомобиль хужалары ла йыш үтеп йөрөй. Водителдәр һәм уларҙың пассажирҙары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында был үткәүелдә рейдар айына бер-нисә тапҡыр үткәрелә.

Өфө ҡалаһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда бүлеге инспекторҙары водителдәрҙе тимер юлы үткәүелендә һаҡ һәм иғтибарлы булырға өндәй. Светофорҙың ҡыҙыл уттары һүнгәнен сабыр ғына көтөүсе автоһәүәҫкәрҙәр юл ҡағиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәү мөһим, тигән фекерҙә.

1622 -cе саҡрымда урынлашҡан Сафронов үткәүеле аша тәүлегенә 10 меңдән ашыу автомобиль, 200-ҙән ашыу тимер юл составы үтә. Авариялар булдырмау өсөн тимер юлы үткәүеле ҡорамалдарына ремонт башҡарыла. Ә водителдәргә « Иғтибар: үткәүел» тигән юл билдәһе алдында юл ҡағиҙәләрен инҡар итмәү генә мөһим.

Күпселек водителдәр шлагбаум күтәрелеү менән урындан ҡуҙғалырға мөмкин тип хаталана. Ҡағиҙә ябай: Светофорҙа ҡыҙыл ут янғанда автомобиль водителе туҡтап торорға тейеш.

Олег Смирнов, Өфө юл дистанцияһы етәксеһе

Йыл башынан республикала 7 тимер юл үткәүеле модернизацияланған, уларҙың икәүһендә кәртәләү ҡорамалдары ремонтланған. Ошондай уҡ эштәрҙе тағы ла 6 үткәүелдә башҡарыу ҡарала, уларҙың берәүһендә капиталь ремонт, икәүһендә техник яңыртыу күҙаллана.

Тимер юл үткәүелендә ҡаршылыҡтар ябылғандан һуң, шлагбаум өҫкә күтәрелә. Ә водителдәргә светофорҙың ҡыҙыл уты һүнгәндән һуң ғына был тимер юлы аша үтергә мөмкин. Водителдәр был ҡағиҙәне һәр ваҡыт теүәл үтәргә тейеш.

Фото №1 - Тимер юл үткәүеле – юлдың иң ҡатмарлы һәм хәүефле урындарының береһе

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ