Ул бер сменала туғыҙ йөҙ кешене ҡабул итә аласаҡ. Объект төҙөлөшө «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Беренсел звеноны модернизациялау» төбәк проекты сиктәрендә бара. Әле участкала корпус стеналары тулыһынса күтәрелгән, подрядсы компания тәҙрәләр ҡуйыу, инженер селтәрҙәр һуҙыу менән шөғөлләнә. Микрорайонда асыласаҡ яңы медицина учреждениеһы мөмкинлектәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң Затон биҫтәһе тиҙ үҫешә, яңынан-яңы кварталдар барлыҡҡа килә. Шуға күрә яңы социаль объекттар төҙөлөшөнә ихтыяж юғары. Поликлиникала өлкәндәрҙән тыш, балалар ҙа ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләйәсәк.
Медицина учреждениеһы биш һәм ете ҡатлы корпустарҙан тора, улар бер-береһенә тоташҡан. Төҙөүселәр бинаның стеналарын күтәреүҙе тамамлаған, тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре ҡалған. Әлегә һыу, электр селтәрҙәре, йылытыу, елләтеү системалары үткәрелә, лифттар ҡуйыла. Объектта көн һайын алтмышҡа яҡын төҙөүсе эшләй, ҡеүәтле техника йәлеп ителгән.
Яңы медицина учреждениеһы төҙөлөшөнә республика һәм федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 870 миллион һум бүленгәйне. Объектҡа 2020 йылдың октябрендә нигеҙ һалына. Проектҡа ярашлы, ул быйыл көҙ сафҡа инергә тейеш. Микрорайонда йәшәүселәр өсөн был күптән көтөп алынған ваҡиға. Сөнки әле сафта булған берҙән-бер поликлиника 25 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Аҡ халатлылар билдәләүенсә, корпус дауахананың элекке стационарында ойошторолған, шуға беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн шарттар уңайһыҙ.
Яңы поликлиника асылыу менән учреждение эшмәкәрлеге туҡтатылмаясаҡ, бында стационар, административ корпус ойоштороу ҡаралған. Затон халҡы беренсел медицина ярҙамы алғанда сират кәмер тип ышана. Һуңғы айҙарҙа коронавирус таралыуға бәйле бында бер сменаға меңгә яҡын кеше ҡабул ителгән осраҡтар ҙа булған. Шуға күрә майҙандарҙы киңәйтеү – көнүҙәк мәсьәлә.
Яңы поликлиника заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк. Беренсел ярҙамды Затон биҫтәһендә йәшәүселәрҙән тыш, Өфө районы халҡына ла күрһәтеү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина




