Ишле бала тәрбиәләгән ғаиләгә ярҙам

Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов Ишембай ҡалаһында йәшәгән Абдрафиҡовтар ғаиләһе өсөн хәйриә акцияһы ойошторҙо.

Данил Абдрафиҡов тормош иптәше мәрхүм булғас, өс баланы бер үҙе тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Аннаға – 14, уртансыһы Дианаға – 9, ә бәләкәйе Богданға 6 йәш. Абдрафиҡовтар татыу, берҙәм ғаилә.

Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдиновтың ярҙамы менән ишле ғаилә өсөн баш ҡалаға экскурсия ойошторолдо, улар Өфөнөң тарихи урындары буйлап йөрөнө, уйын майҙансыҡтарында булды. Балалар стоматология клиникаһында тештәрен тикшерҙе һәм дауаланы.

Фото №1 - Ишле бала тәрбиәләгән ғаиләгә ярҙам

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ