Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова Башҡортостан кардиология диспансерына еңел автомобиль асҡысы тапшырҙы.
Транспорт сараһы сәйәси фирҡәнең «Табиптарға рәхмәт» акцияһы сиктәрендә алынған. Кардиология диспансеры табиптары әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа медицина учреждениеһына эш күләме артҡан. Сөнки коронавирус йөрәк-ҡан-тамырҙарына кире йоғонто яһай, кардиология ауырыуҙарының артыуына килтерә. Шуға күрә лә көнө-төнө эшләгән бригадалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Был үҙ сиратында медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә.
Рәмзиә Кәримова




