Ибраһимов бульвары 47/1 адресы буйынса урынлашған Мәшғүллек үҙәгендә һәр кесе йома эш эҙләүселәргә 300-ләп хеҙмәт урыны тәҡдим ителә. Айырыуса эшсе һөнәрҙәр менән бәйле вакансиялар күп. Төҙөүселәр, штукатур-маляр, коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, водителдәр шулай уҡ уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж юғары.
«Вакансиялар йәрминкәһендә» айлыҡ эш хаҡы уртаса 15 мең һумдан 50 мең һумға еткән хеҙмәт урындары тәҡдим ителә. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәр ошонда уҡ эш менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре менән аралашып, резюме тапшыра, әңгәмә уңышлы үткән осраҡта эшкә урынлаша ла ала. Йәрминкәлә студенттарҙы, урта йәштәге һәм хаҡлы ялдағы граждандарҙы ла осратырға мөмкин.
Флорида Ким







