Баш ҡалала төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу үтте

Сара етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.

Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ойошторған проект 2018 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла. Осрашыуҙарға Өфөлә йәшәүсе һәм эшләүсе спортсылар, блогерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәр, табиптар саҡырыла. Улар һөнәр һайлау буйынса кәңәштәр бирә һәм уңыш серҙәре менән бүлешә.

Етеп килгән 8 март байрамы алдынан осрашыуға «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люциә Сәйфуллина һәм табип-педиатр Гөлнара Иҙрисова саҡырылды. Сараға онлайн форматта ла ҡушылырға ла мөмкин ине.

Фото №1 - Баш ҡалала төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу үтте

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ