Бөгөн күренекле башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Дмитрий Шостакович, Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Салауат Низаметдиновҡа 65 йәш тулған булыр ине.
Өфөлә Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн китапханала сәнғәт эшмәкәрен иҫкә алыу сараһы уҙҙы. Әҙәби-музыкаль кисәгә Салауат Әхмәҙи улының дуҫтары, уның ижадын һөйөүселәр һәм дауам итеүселәр йыйылды. Сарала мәшһүр композиторҙың төрлө йылдарҙа ижад иткән музыкаль әҫәрҙәре яңғыраны.
Салауат Низаметдинов – тыумыштан уҡ күреү һәләтен юғалтып та, Башҡортостандың музыкаль Олимпында лайыҡлы урын яулаған сәнғәт әһеле. Күренекле композиторҙың музыкаль таланты һәм ижади мираҫы ла сағыу. Ул башҡорт музыка сәнғәтен һигеҙ опера, симфоник, камера, хор әҫәрҙәре, романс ынйылары менән байытты.
Салауат Низаметдинов ижад иткән «Күҙҙәремә ҡара», «Күҙ нурым», «Аҡ ҡайындар» һәм башҡа популяр йырҙарын төрлө быуын башҡарыусылары үҙ иткән. Талантлы ижадсы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә ине: 2005-2009 йылдарҙа маэстро Башҡортостан композиторҙар союзын етәкләй.
Рәзилә Ғиниәтуллина




