Дирижер Фирғәт Сафуановҡа 60 йәш

Билдәле музыканттың юбилейына арналған концерт Урта махсус музыка колледжында уҙҙы.

Фирғәт Сафуановтың исеме сәнғәт донъяһында киң билдәле. Ул бар ғүмерен сәнғәткә бағышлаған шәхес. Фирғәт Фәсхитдин улы 40 йылдан ашыу илдең һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә эшләй, тамашасыларҙа юғары сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Мәҙәниәт учреждениеларында, хәрби оркестрҙарҙа ла уйнай. Әммә ҡайҙа ғына эшләһә лә ул үҙ эшенең оҫтаһы һәм йыр-моңға ғашиҡ кеше булып ҡала.

Әлеге ваҡытта Фирғәт Сафуанов Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестрын етәкләй, шул уҡ ваҡытта ул Урта махсус музыка колледжында йәш быуында музыкаға һөйөү тәрбиәләй. уҡыусыларҙы музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә. Сәнғәткә һөйөү миңә әсә һөтө, бишек йырҙары менән һеңгән, ти Фирғәт Фәсхетдин улы.

Фото №1 - Дирижер Фирғәт Сафуановҡа 60 йәш

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ