Өфөлә медицина уҡыу йорттары студенттары араһында Бөтә Рәсәй кикбоксинг турниры үтә

Уникаль бәйгелә буласаҡ һәм ғәмәлдәге табиптар көс һынаша. Турнирҙа илдең 6 университетынан – Татарстан, Алтай крайы, Рязань, Омск ҡалалары һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашыусылар бар.

Республика данын Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары яҡлай. Юғары уҡыу йортондағы кикбоксинг түңәрәгендә йөҙҙән ашыу студент шөғөлләнә. 2019 йылда медицина университетының йыйылма командаһы республика Универсиадаһында беренсе урын яулағайны.

Фото №1 - Өфөлә медицина уҡыу йорттары студенттары араһында Бөтә Рәсәй кикбоксинг турниры үтә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ