Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһе халҡы шулай тип белдерә. Улар “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша. Проекттың һөҙөмтәле эшләүенә урындағылар күптән инанды. Һуңғы йылдарҙа “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса юлдар һәм зыярат төҙөкләндерелә, урамдарҙа яҡтылыҡ мәсьәләһе хәл ителә, спорт майҙансығы ҡалҡып сыға. Быйыл Йомағужа халҡы күмәк көс менән янғын һүндереү техникаһын алырға ниәтләй.







