Башҡортостанда инвестиция стандарты индерелә

Рәсәйҙә берҙәм өлгө 42 төбәктә тормошҡа ашырыла башлай. Беренсе вице-премьер Андрей Белоусов үткәргән кәңәшмәлә шул турала әйтелде. Төбәк стандарты инвестиция проекттарын ғәмәлдә тиҙерәк тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Республика Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, федераль үҙәк яғынан тейешле ярҙам күрһәтелә. Инвестиция проекттарын оҙаҡҡа һуҙмай, ваҡытында тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы шарттар бар. Әле Башҡортостанда сәнәғәт өлкәһендә генә 434 миллиард һумлыҡ 120 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

Фото №1 - Башҡортостанда инвестиция стандарты индерелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ