Ил башлығы коронавирус менән көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дәүләт наградалары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡорт дәүләт медицина университетына проректоры Виталий Викторов бар. Ул икенсе дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены миҙалы менән бүләкләнде. Ошо уҡ ВУЗдың дауалау факультеты деканы Дамир Вәлишин Пирогов орденына лайыҡ булды.








