Шишмә районында элекке хәрби часть биләмәһендә яңы лагерь төҙөлә. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 2022 йыл дауамында 38 биш көнлөк смена ойошторола. Унда 8 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ял итә аласаҡ.
“Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы быйыл июндә беренсе курсанттарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Бында йыл әйләнәһенә сменалар ойошторола.








