Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошоға бәйле законды мартта ҡабул итергә ниәтләй. Документҡа ярашлы, республика халҡы профилактик прививкалар календарына ярашлы шәхси клиникаларҙа ла бушлай вакцина яһата ала. Әле исемлеккә 24 инфекция индерелгән. Улар араһында коронавирус, талпан энцефалиты, гепатитҡа ҡаршы прививкалар бар.







