Ул санкцияға эләккән тауарҙар исемлегендә түгел. Шулай ҙа бығаса Европанан индерелгән ризыҡты башҡа илдәрҙән һатып алыу күҙаллана. Рәсәй икмәк, ит, балыҡ, шәкәр, көнбағыш майы һәм башҡа мөһим аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә ала. Емеш-еләк һәм йәшелсәгә генә ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Әммә уны башҡа дәүләттәр, мәҫәлән, Төркиәнән, импортларға була, ти эскперттар.








