Танылған педагог Лиза Әғәҙуллина Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең юғары наградаһына лайыҡ булды. Ул 60 йылға яҡын ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған. “Ата-әсәйем уҡымышлы кешеләр булды. Мин дә уларҙың өлгөһөндә уҡытыусы һөнәрен һайланым”, - ти Лиза Ҡыям ҡыҙы.
Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусылары халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика олимпиадаларында еңеү яулаған. Уларҙың һаны 100-ҙән ашып китә. “Маҡсатым тәрбиәле кеше үҫтереү булды. Ундайҙар уңышҡа ирешә, матур ғаилә ҡора”, ти Лиза Ҡыям ҡыҙы.







