Бөгөн Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына тәғәйенләнгән ылау юлға сыҡты

Донбасҡа гуманитар ярҙам. Бөгөн Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына тәғәйенләнгән ылау юлға сыҡты. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары тупланған. «Торатау» Конгресс-холлы янындағы майҙанда ылауҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатып ҡалды.

Сибай халҡы киң күңелле, ярҙамын йәлләмәне, ти «Беҙ бергә» ирекмәндәр штабы етәксеһе Лена Мөхәмәтова. Өфөгә улар төрлө көнкүреш тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек тейәлгән «Газель» ебәргән. «Торатау» Конгресс холы майҙанында Донбасс халҡына тәғәйенләнгән әйберҙәр гуманитар ылау машиналарына тейәлде.

Башҡортостан халҡы 150 тонна гуманитар ярҙам туплаған. Улар араһында төрлө тауар: аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары, хатта төҙөлөш материалдары ла бар. Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, гуманитар ярҙам Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙең ихтыяжынан сығып тупланған.

Гуманитар ярҙамды Башҡортостан вәкилдәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында таратырға иҫәп тота. Бер йөк машинаһы Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһы өсөн махсус әҙерләнгән.

Донбасс республикаларына гуманитар ярҙам Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йыйылды. Уның саҡырыуын предприятиелар һәм ойошмалар, ябай халыҡ дәррәү күтәреп алды. Республика етәксеһе «Торатау» конгресс холы янындағы майҙандан гуманитар ылауҙы оҙатырға килде. Радий Хәбиров Донбасс халҡының бәләһенә битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Гуманитар ылау машиналары 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов портреты менән биҙәлгән. Был осраҡлы түгел. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында арҙаҡлы генерал тап Донбасс азатлығы өсөн башын һалған. Ярҙам ылауы быуындар күсәгилешлеген сағылдыра. Шайморатовсылар үҙенекеләрҙе ташламай.

Гуманитар ылауға кәмендә 2 мең саҡырым самаһы юл үтергә тура киләсәк. Донбасҡа Башҡортостан вәкилдәре ике көндән барып етә.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына тәғәйенләнгән ылау юлға сыҡты

Рафиҡ Әхмәтшин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ