Республикала Башҡорт бал ҡорто көнө ойошторола башлауы ихтимал

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иҫтәлекле дата булдырыу тәҡдиме менән сыҡты. Был турала йәмәғәт ойошмаһы уҙғарған конференцияла билдәләнде. Умартасылыҡ проблемалары һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналған осрашыуға ғалимдар, ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән замандаштарыбыҙ саҡырылды.

Йыйылышта урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһын һаҡлап ҡалыу, уның таралыу урынын, картаһын билдәләү, тоҡомсолоҡ хужалыҡтарын арттырыу кеүек етди мәсьәләләр күтәрелде. Милли программа булдырып, Башҡортостан символын, брендын үҫтереү бурысы ҡуйылды.

Фото №1 - Республикала Башҡорт бал ҡорто көнө ойошторола башлауы ихтимал

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ